10 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2012 йыл, 14:05

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Күп милләтле Рәсәй» конкурсында еңеү яуланы

автор: Любовь Колоколова

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы киң мәғлүмәт сараларында тыуған яҡтың милли-мәҙәни йолаларын һәм традицияларын иң яҡшы яҡтыртыуға VI «Күп милләтле Рәсәй» бөтә Рәсәй асыҡ журналистар конкурсында еңеүсе булды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса телекомпания «Радиотапшырыуҙар шәлкеме» номинацияһында «Между Волгой и Уралом», «Шире круг» шәлкемдәре, шулай уҡ «Ауылым офоҡтары» һәм «Абажур» радиотапшырыуҙары өсөн беренсе урынға лайыҡ булды.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәйгегә Рәсәйҙең 52 төбәгенән йәмғеһе 739 эш ҡабул ителгән. Уларға Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары, Татарстан Журналистар союзы рәйесе Римма Ратникова рәйеслегендәге компетентлы жюри баһа биргән.

«Между Волгой и Уралом» радиожурналы сиктәрендә тапшырыуҙар шәлкемен бына инде күп йылдар дауамында «Радио России – Башкортостан» радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы Римма Сәрүәрова алып бара. Быйыл тапшырыуға 55 йыл тулды.

«Шире круг» шәлкеме өҫтөндә хәбәрсе Роза Кузьменко эшләй. «Ауылым офоҡтары» тапшырыуын – радиожурналист Ғәлимйән Ибәтуллин, «Абажур» тапшырыуын Эльвира Арыҫланова алып бара.

Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 28 ноябрҙә Ҡазанда үтә. Республика телерадиокомпанияһы исеменән Римма Сәрүәрова сығыш яһаясаҡ.