8 декабрь, Кесе йома

22 ноябрь 2012 йыл, 12:03

2015 йылға Рәсәйҙә кәм тигәндә 20 бушлай цифрлы телеканал буласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

21 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә телевидение буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Республикала «2009-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов рәйеслегендә үтте.

Программаны тормошҡа ашырыуҙың башланғыс этабында мотлаҡ дөйөм ҡулланылыштағы телеканалдар пакетын тапшырыу буйынса цифрлы селтәр булдырыу ҡаралған.

— Пакетҡа «Первый канал», «Россия-1», «НТВ», «5 канал», «Россия-2», «Россия-Культура», «Россия-24» мәғлүмәт каналы, «Карусель» балалар-үҫмерҙәр каналы, шулай уҡ бер төбәк телеканалы инәсәк. Йәмәғәт телевидениеһы булдырылғас, ул дөйөм ҡулланылыштағы пакеттың унынсы телеканалы буласаҡ, — тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. – 2015 йылға бушлай цифрлы телеканалдар исемлегендә кәм тигәндә 20 канал буласаҡ. Рәсәйҙә цифрлы телевизион тапшырыуҙар DVB-T2 стандартында күрһәтеләсәк.

Эш төркөмөнөң киләһе ултырышы 2013 йылдың беренсе кварталында үтә.

темалар: телевидение