8 декабрь, Кесе йома

22 ноябрь 2012 йыл, 11:08

Өфө хакимиәте структураһында яңы бүлек булдырылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө хакимиәте структураһында яңы бүлек – Граждандарҙы яҡлау идаралығы булдырылды. Ул шул уҡ исемле муниципаль учреждениены алмаштырасаҡ. Был хаҡта ҡала Советы ултырышында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов һөйләне.

Ҡайтанан булдырылған Идаралыҡ граждандар оборонаһы һәм халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау сараларын ойоштороу буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәк. Ҡала хакимиәте структураһында йәмғеһе 22 бүлек, шул иҫәптән ете территориаль орган иҫәпләнә.

– Үҙгәрештәр «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы федераль закон һәм Өфө Уставына ярашлы үткәрелә. Дөйөм алғанда, ҡала һәм райондар хакимиәттәре структураһына ҙур үҙгәрештәр индерелмәне, хеҙмәткәрҙәр һаны элеккесә ҡалды, шуға күрә муниципаль бюджеттан өҫтәмә сығымдар талап ителмәйәсәк, — тип билдәләне Рәмил Дилмөхәмәтов.