Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә Халыҡ-ара шиғриәт форумында ҡатнашты

Йәмғиәт

16-19 ноябрҙә Төркиәнең Чанаккале ҡалаһында IV Халыҡ-ара шиғриәт форумы үтте, унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты: башҡорт шағирәһе, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге идараһы рәйесе урынбаҫары, Әзербайжан Яҙыусылар союзы ағзаһы Балоглан Рзаев һәм БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Азат Сәлихов. Сараны ойоштороусылар булып Чанаккале ҡалаһының «Академия» шиғриәт йәмғиәте һәм ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы сығыш яһай.

«Башинформ» агентлығына Тәнзилә Дәүләтбирҙина хәбәр итеүенсә, шағирҙар Гелиболу ярымутрауында урынлашҡан Милли тарихи паркта булған. Шиғриәт байрамы сиктәрендә 18 март исемендәге университет ректоры, губернатор һәм ҡала мэры менән осрашыҙар ойошторолған. Чанаккале һәм Лапсеки ҡалаларының шиғриәт һөйөүселәре төрки телле шағирҙарҙы йылы ҡабул иткән. Билдәле әзербайжан шағиры Мамед Исмаил Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырҙарын төрөк теленә тәржемә итеп, матбуғатта баҫтырып сығарырға теләк белдергән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть