Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Октябрьскийҙа йәнә 11 етем бала фатир алды

Сәйәсәт

21 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында йәнә 11 етем бала фатир алды.

Кисә ҡалала яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды. 24 фатирҙың 11-е етем балаларға бирелде. Был көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиғанан ҡала предприятиелары ла ситтә ҡалманы. «Бергәләп изгелек эшләйек!» хәйриә марафоны менән булдырылған матур йолалар дауам итә. «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғитенең Октябрьский ҡала элемтә үҙәге, «Уфанет» компанияһының Октябрьскийҙағы филиалы өй туйлаусыларға бүләктәр әҙерләгән.

Ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, был социаль ярҙам алыуға хоҡуҡлы граждандар өсөн төҙөлгән икенсе социаль йорт. Ағымдағы йылдың октябрендә 12 етем бала, шулай уҡ йәш уҡытыусылар һәм йәш ғаиләләр социаль йорт алған. Киләһе йылда ҡалала йәнә дүрт социаль йорт төҙөләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть