9 декабрь, Йома

22 ноябрь 2012 йыл, 9:46

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ башлығы телевидение хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөтә донъя телевидение көнөн тармаҡ вәкилдәре һәм телевизор ҡараусылар 21 ноябрҙә билдәләй. Һөнәри байрам менән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡотланы.

— Бөгөнгө тормошто телевидениеһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Күп йылдар дауамында ул мәғлүмәт сығанаҡтары араһында үҙенең алдынғы позицияларын юғалтмай, — тиелә ведомство сайтында урынлаштырылған ҡотлау тексында. – Әлеге байрам яңыраҡ булдырылһа ла, телевидение тарихы яҡынса 80 йыл элек башланған. Башҡортостан телевидениеһы тарихы ярты быуаттан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә һәм үҙенең үҫеш динамикаһы, киң популярлығы менән һоҡландыра. Айырыуса шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: яңыраҡ «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» һәм «Тамыр» телеканалдары үҙҙәренең матур юбилейҙары – 10 һәм 20 йыллыҡтарын билдәләне.

Бөгөн телевидение үҫеш һәм үҙгәрештәр юлында, тип билдәләне Борис Мелкоедов. Атап әйткәндә, цифрлы телевидение индереү буйынса ҙур проект тормошҡа ашырыла башланы.

— Бөтә йәмғиәт ҡатламдарының һәм властың уңышлы коммуникацияһы һеҙҙең көндәлек хеҙмәттән тора, — тип мөрәжәғәт итте Агентлыҡ башлығы тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарына. – Хөрмәтле коллегалар, артабан да ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәүегеҙҙе, тормошто һәр яҡлап яҡтыртыуығыҙҙы, һәр саҡ объектив, оператив, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.