5 декабрь, Дүшәмбе

21 ноябрь 2012 йыл, 17:21

Мәсетле районынан Рәйсә Мофазалова Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Мәсетле районы муниципаль райондың Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «1-се лицей» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы уҡытыусыһы Рәйсә Мофазаловаға «Рәсәй Федерациһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде. Тейешле указға ил башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Был юғары наградаға Рәйсә Рәис ҡыҙы «белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта.