7 декабрь, Шаршамбы

21 ноябрь 2012 йыл, 14:38

21 ноябрҙән Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатының рәсми атрибутикаһы һатыла башлаясаҡ

автор: Сергей Захаров | фото: Юлия Дмитриева

21 ноябрҙән Өфөлә 26 декабрҙә старт аласаҡ йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатының рәсми атрибутикаһы һатыла башлаясаҡ.

Чемпионаттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киң ассортиментта свитер, толстовка, футболка, кепкалар тәҡдим ителәсәк.

Донъя чемпионаты атрибутикаһын «Чемпион», «ИнтерСпорт» спорт селтәрҙәрендә, «Өфө-Арена» боҙ һарайында, Спот һарайында, «Өфө» халыҡ-ара аэропортында, «Салауат Юлаев» хоккей клубының фирма һәм интернет-магазиндарында һатып алып була.

Тәүгеләрҙән булып форумдың символикаһы төшөрөлгән спорт кейемен  Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһына кандидат, «Толпар»ҙың ҡапҡасыһы, Канадала үткән «Subway Super Series-2012» бәйгеһендә ҡатнашҡан Андрей Василевский кейеп ҡараған.