3 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2012 йыл, 14:02

21 декабрҙә Өфөлә Президент шыршыһы үтә

автор: Эльмира Сабирова

Балаларҙың иң сағыу, тулҡынландырғыс байрамы – Президент шыршыһы – 21 декабрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтә. Йыл һайын был сарала уҡыуҙа тик яҡшы билдәләренә өлгәшкән һәм олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә лауреат исеменә лайыҡ булған балалар, шулай уҡ күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм БР эске эштәр органдарының хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәре ғаиләләрендә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнаша. Республиканың төп Яңы йыл кисәһенә йәмғеһе 800-гә яҡын бала киләсәк.

Сәхнәлә ҡуйыласаҡ төп тамашанан тыш, мәктәп уҡыусыларын мәҙәниәт һарайы фойеһында ойоштороласаҡ әкиәт карнавалы көтә. Сара аҙағында балаларға бүләктәр тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, республиканан 115 бала Дәүләт Кремль һарайына саҡырыу алған, 26 декабрҙә унда дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһы үтә.