7 декабрь, Шаршамбы

21 ноябрь 2012 йыл, 13:17

Баш ҡаланың сауҙа предприятиеларында 9 ай эсендә 1500-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә 5,6 меңдән ашыу сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиеһы эшләй. Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә ҡалала 97 сауҙа объекты төҙөлгән һәм реконструкциянан һуң ҡайтанан асылған, 1500-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Объекттарҙың дөйөм майҙаны 80 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Йәнә 26 объект төҙөлөп ята.

Бындай мәғлүмәттәр менән мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, баш ҡаланың ҡулланыусылар баҙарында дөйөм алғанда барлыҡ төп күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. 2012 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында иҡтисадтың бөтә тармаҡтары буйынса ҙур һәм урта предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ һаны 328065 кеше тәшкил итте. Уларҙан 24 меңдән ашыу кеше сауҙа предприятиеларына тура килә (үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 11,1 процентҡа күберәк). Дөйөм туҡланыу предприятиеларында 2259 кеше эшләй (2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 2,2 процентҡа күберәк).

Марат Ғәлиуллин билдәләүенсә, эш хаҡы кимәле буйынса ла ыңғай үҙгәрештәр бар. 2012 йылдың туғыҙ айында иҡтисадтың бөтә тармаҡтары буйынса Өфөнөң ҙур һәм урта предприятиеларында бер хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 27 мең һумдан ашыу тәшкил итте, шул иҫәптән күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү өлкәһендә был күрһәткес 21400 һумға тиң. Үҫеш темпы – 110,8 процент.