7 декабрь, Шаршамбы

21 ноябрь 2012 йыл, 12:29

Октябрьскийҙа йәшәгән 31 йәш ғаилә торлаҡ сертификаттары алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Октябрьскийҙа йәшәгән 31 йәш ғаиләгә муниципалитет хакимиәте башлығы Сергей Молчанов торлаҡ сертификаттары тапшырҙы. Һәр ғаиләгә уртаса 363 мең һумдан алып 622 мең һумға тиклем аҡса бүленгән. Торлаҡ сертификаттарының дөйөм күләме – 16 миллион һумдан ашыу, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ҡала округы хакимиәте башлығы шулай уҡ Октябрьскийҙың иң яҡшы хеҙмәтсәндәренә Почет грамоталары тапшырҙы. Тәбрикләнеүселәрҙе ҡотлап, Сергей Молчанов ҡаланың социаль-иҡтисади хәле, уның ҡаҙаныштары һәм мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Ғаиләләрҙең күпселеге тантаналы сараға балалары менән килде, шуға күрә ҡала хакимиәте башлығы социаль ярҙам мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Бала табыу йортон төҙөү, 34-се микрорайонда яңы бала баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу, йәнә ике мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын проектлау һәм төҙөү, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары бүлеү ҡала халҡының тормошон яҡшыртҡан мөһим проекттар булып тора.