5 декабрь, Дүшәмбе

21 ноябрь 2012 йыл, 11:49

Өфө табиптары ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыуҙы билдәләне

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Байрамда Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡатнашты.

— Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү 225 йыл элек үк формалаша башлаған. Бөгөнгө сара сиктәрендә БР Милли музейының күсмә күргәҙмәһе үтә, ул ил медицинаһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан һәм хаҡһыҙ рәүештә онотолған бөйөк табиптарҙың исемдәрен беҙгә кире ҡайтарҙы. Уларҙың күптәре фәнни асыштары менән донъя энциклопедияларына ингән. Был табиптарҙың ҡаланы үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөшө хаҡында беҙ һәр саҡ иҫләргә бурыслы. Өфө ҡалаһының музейы булдырылһа, һаулыҡ һаҡлау бүлеге унда лайыҡлы урын биләйәсәк.

— Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыу – оло ваҡиға, — тине БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Георгий Шебаев. – Тарих биттәрен байҡаһаң, уларҙа граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, беҙҙең көндәр аша илебеҙ тарихын күрәбеҙ. Күп нәмәләр эшләнгәнен һәм киләсәктә лә күпме эштәр башҡарырға тура киләсәген аңлайбыҙ. Эшебеҙҙә иң мөһиме – ул кешеләр. Белгестәрҙең тейешле квалификацияһы булмаһа, шулай уҡ кешенең йән һалып эшләргә теләге булмаһа, уңыштарға өлгәшеп булмаясаҡ. Иң яҡшы ҡорамалдарҙың да профессионалдарһыҙ файҙаһы юҡ. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһында ҡасандыр эшләгән һәм бөгөнгө көндә хеҙмәт иткән барлыҡ белгестәргә рәхмәтемде белдерәм, артабан да фиҙаҡәр хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, министр иң яҡшы белгестәргә «Башҡортостан Републикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә дипломдар һәм республиканың Почет грамоталарын тапшырҙы. Артабан «Йылдың иң яҡшы табибы» ҡала конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

Сара матур концерт менән тамамланды.