9 декабрь, Йома

21 ноябрь 2012 йыл, 11:00

Милли музейҙа һәр иртә һайын үҙенең гимны яңғыраясаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында гимн яңғыраясаҡ. Уны композитор Илшат Хәлилов музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин шиғырына яҙған.  

Ғәли Вәлиуллин һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Милли музейы өсөн гимн яҙыу идеяһы 2008 йылда, «Милли музейҙың үҫеш тарихы» китабы өҫтөндә эшләгән ваҡытта барлыҡҡа килгән. Әҫәр башҡорт фольклоры көйҙәренә таянып ижад ителгән. Композитор Илшат Хәлилов менән берлектә шулай уҡ «Өфө-Париж», «Әсәйем гөлдәре» һәм башҡа йырҙар ҙа яҙылған.

— Шулай уҡ Милли музейҙың тарих залында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған симфония яңғыраясаҡ, — тип өҫтәне генераль директор. – Әйткәндәй, был композиция «Звуки курая над Сеной» кинофильмында ла яңғырай.