6 декабрь, Шишәмбе

21 ноябрь 2012 йыл, 10:17

Өфөлә Хәрби-һауа көстәренә 100 йыл тулыу айҡанлы миҙалдар тапшырыу тантанаһы үтте

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә «Хәрби-һауа көстәренә 100 йыл» миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. РФ Йәмәғәт наградалары Президиумы рәйесе, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Виктор Горбатко һәм  Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленок ҡулынан наградаларҙы Башҡортостанда йәшәгән, Рәсәйҙең аэрокосмос тармағына лайыҡлы өлөш индергән егерменән ашыу кеше алды.

Тантаналы сара 20 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холдың ултырыштар залында үтте. Унда Дәүләт-ара герой ҡалалар һәм хәрби дан ҡалалары союзы башҡарма комитеты рәйесе Алексей Ткачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, йәмәғәтселек вәкилдәре, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Иҫтәлекле наградаларға Өфө дәүләт авиация техник университеты, «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Техпромсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР Берләшкән үтә еңел авиация федерацияһы хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды.

«Хәрби-һауа көстәренә 100 йыл» миҙалы шулай уҡ һынаусы летчик, һынаусы космонавт Урал Солтановҡа һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаровҡа тапшырылды.

Владимир Коваленок айырым «Ҡаҙаныштар өсөн» миҙалын Рәсәй Космонавтика федерацияһы ағзаһы Вадим Куриловҡа тапшырҙы.

Сара аҙағында Алексей Ткачев барыһын да наградалар менән ҡотланы. Шулай уҡ ул Өфөнөң Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн хеҙмәт һәм хәрби дан ҡалаһы исеменә лайыҡ булыуын билдәләне.