Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Лилиә Ғүмәрова: «Бәхетле ғаилә булмаһа – бәхетле балалар ҙа булмаясаҡ»

Йәмғиәт

— Бала хоҡуҡтарын, уның именлеген бәхетле ғаиләлә тулыһынса яҡлап була. Бәхетле ғаилә булмаһа – бәхетле балалар ҙа булмаясаҡ, — тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

Шул уҡ ваҡытта бөгөн социаль етемлек мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Вице-премьер һүҙҙәренсә, республикала 18 мең етем баланың 90 проценты – социаль етемдәр. Интернат учреждениеһында бер баланы тәрбиәләү дәүләткә ете тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә.

— Бер сабыйға йылына бала йорто 300-350 мең һум аҡса тотона, — тине Лилиә Ғүмәрова. – Социаль етемлек мәсьәләһе үтә ауыр, әммә уны хәл итеү зарур. Һәм бында, тәү сиратта, ғаилә менән, үҙ балаларын тәрбиәләргә теләгән, эшләргә әҙер булған ата-әсәләр менән эш алып барырға кәрәк.

Лилиә Ғүмәрова иҫәпләүенсә, ғаилә тормошона әҙерләү ҙә мотлаҡ.

— Беҙ машина йөрөтөргә, ниндәйҙер башҡа оҫталыҡтар тупларға өйрәтәбеҙ, әммә яуаплы атай-әсәй булырға өйрәтмәйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Профессионалдар – психологтар, юристар алып барған махсус курстар булырға тейеш. Белгестәрҙең ғаилә планлаштырыу мәсьәләләре хаҡында асыҡ һөйләшеүе, ғаиләлә булған ауыр осорҙарҙы тикшереүе зарур.

Лилиә Ғүмәрова йәнә бер мәсьәләгә туҡталды, ул ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенә бәйле.

— Ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе беҙҙең төп принцип булып тора. Сөнки һәр мәсьәлә буйынса яңы структура, яңы министрлыҡ һәм ведомство булдырыу мөмкин түгел, был урынһыҙ ҙа, — тине вице-премьер. – Ә инде төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү алгоритмдарын аныҡ билдәләйбеҙ икән, минеңсә, бындай эшмәкәрлектең файҙалы эш коэффициенты күпкә юғарыраҡ.

Пособиелар темаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. 2013 йылдың 1 ғинуарынан льготаларҙың күпселек өлөшө монетизациялана. Шулай итеп, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар физкультура-сәләмәтләндереү клубтарына йөрөү урынына аҡса аласаҡ. Шулай уҡ пособиеларҙың күләме лә арттырыласаҡ.

Бынан тыш, алдағы йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан, йәғни 5600 һумдан, кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәрҙәге һәр балаға өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ.

— Бындай пособиены 12-15 мең бала аласаҡ. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 232 миллион һум аҡса бүленгән, — тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть