Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Мирхәт Ҡаҙарғолов Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре тип танылды

Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығының социаль һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» бөтә Рәсәй конкурсының «Социаль үҫеш» номинацияһында еңеү яуланы. Диплом һәм «Урындағы үҙидараны үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн» миҙалы уға «Үҙидара нигеҙе булараҡ социаль проекттар» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында тапшырылды, тип хәбәр иттеләр «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән. Дөйөм алғанда төрлө номинацияларҙа илдең байтаҡ төбәктәренән 30-ға яҡын муниципаль хеҙмәткәр билдәләнде.

— Был награда – минең генә түгел, барлыҡ коллегаларымдың да хеҙмәтенә оло баһа. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә, граждандарҙың был институтҡа ышанысын арттырыуға улар күп көс һала, — тип билдәләне Мирхәт Ҡаҙарғолов. – Хеҙмәтебеҙҙең лайыҡлы баһа алыуы ҡыуандыра. Әлбиттә, был һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуға өҫтәмә стимул булып тора.

Конкурсҡа Өфө ҡалаһы Ленин районының бер нисә йыл дауамында алып барылған социаль йүнәлештәге эшмәкәрлегенә анализ һөҙөмтәләре, уларға өҫтәп фотоһүрәттәр һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан публикациялар тәҡдим ителде. Анализ әҙерләгәндә күп кенә юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителгән, унда төрлө хеҙмәттәрҙең бай тәжрибәһе сағылыш таба.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть