7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2012 йыл, 15:47

Республика парламентарийҙары алдағы өс йылға төбәк бюджетын билдәләй

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышының алдағы пленар ултырышында «Башҡортостан Републикаһының 2013 йылға һәм 2014 -2015 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы БР закон проектын тикшерәсәк. Проектты алдағы ултырыштың көн тәртибенә индереү маҡсатында ул парламент Президиумына йүнәлтелде.

Республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина һүҙҙәренсә, төп үҙгәрештәр, федераль закон проектына ярашлы, 2013 йылда – 4 миллиард 249,8 миллион һум күләмендә, 2014 йылда – 4 миллиард 91,6 миллион һум күләмендә, 2015 йылда – 5 миллиард 172,6 миллион һум күләмендә индерелергә планлаштырылған федераль бюджет средстволары күләмдәрен аныҡлауға бәйле. Тәү сиратта был субсидия, субвенция һәм башҡа бюджет-ара маҡсатлы трансферттар формаһында индерелгән маҡсатлы средстволар күләмдәрен үҙгәртеү. Республика бюджетына 2013 йылда 2 миллиард 759,7 миллион һум күләмендә индерелергә планлаштырылған дотацияларҙың маҡсаты билдәләнмәй. Был бюджет дефицитын 1,5 миллиард һумға ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.

Закон проекты өҫтөндә эшләү барышында индерелгән ҡайһы бер төҙәтмәләр республика Президенты Указдарын тормошҡа ашырыуға бәйле. Атап әйткәндә, был «Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары структураһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указ. Үҙгәрештәргә ярашлы, 2013 йылдың 1 ғинуарынан яңы булдырылған структураларҙы финанслау мөмкинлеге булырға тейеш. Өҫтәмә төҙәтмәләргә ярашлы, бюджеттың табыштар өлөшө күләме 2013 йылға – 101,7 миллиард һум, сығымдар өлөшө күләме – 112,7 миллиард һум, дефицит 11 миллиард һум булыуы күҙаллана. 2014 йылда табыштар суммаһы –104,7 миллиард һум, сығымдар күләме – 115,7 миллиард һум, дефицит 11 миллиард һум күләмдә билдәләнә. 2015 йылға бюджеттың табыштар өлөшө – 112,1 миллиард һум, сығымдар өлөшө – 122,1 миллиард һум, дефицит 10 миллиард һум тәшкил итәсәк.