Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктең бала йорттарында тәрбиәләнеүселәр «Йондоҙлоҡ» бөтә Рәсәй конкурсы финалында ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларының бала йорттарында, шулай уҡ Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Республика бала йортонда тәрбиәләнеүселәр «Йондоҙлоҡ» бөтә Рәсәй балалар художестволы ижады конкурсының аҙаҡҡы этабында ҡатнашасаҡ. Сара Мәскәүҙә үтәсәк.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән ойошторолған бәйгелә Рәсәйҙең 24 субъектынан ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 12-17 йәштәрҙәге 200-гә яҡын бала ҡатнашасаҡ.

Һөҙөмтәләр буйынса дүрт номинацияла лауреаттар һәм дипломанттар билдәләнәсәк.

«Йондоҙлоҡ» конкурсы һәләтле етем балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Бынан тыш, ойоштороусылар иҫәпләүенсә, унда ҡатнашыу бала йорттарында тәрбиәләнгән малай һәм ҡыҙҙарға һәләттәрен асыҡлау, тиҫтерҙәре менән аралашыу, яңы дуҫтар табыу мөмкинлеген бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть