11 декабрь, Йәкшәмбе

20 ноябрь 2012 йыл, 12:35

Төбәктә инвестицияларҙың өстән бер өлөшө эшкәртеү производстволарына тура килә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү күләме быйыл, үткән йыл менән сағыштырғанда, күпкә артығыраҡ. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 146,9 миллиард һум тәшкил иткән, 2011 йылдың тәүге туғыҙ айы менән сағыштырғанда, был яҡынса 20 процентҡа күберәк. Әлеге күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өсөнсө урын биләй. Йән башына иҫәптә инвестициялар күлме буйынса иһә Башҡортостан алтынсы урында килә.

Ағымдағы йылда ҙур һәм урта ойошмаларҙың инвестициялар формалаштырыуҙың төп сығанағы булып үҙҙәренең шәхси средстволары ҡала – 57,1 процент. Банк кредиттары өлөшө – 19,3 процент, бюджет средстволары 10,9 процент тәшкил итә.

Инвестицияларҙың яҡынса 38 проценты машиналар, ҡорамалдар, транспорт һатып алыуға йүнәлтелгән. Дөйөм күләмдең өстән бер өлөшө – биналар төҙөүгә, дүрттән бер өлөшө торлаҡ төҙөүгә йүнәлтелгән.

Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса инвестицияларҙың күпселек өлөшө эшкәртеү производстволарына тура килә – 34,2 процент. 17,4 процент – транспорт һәм элемтә тармаҡтарына, 16,8 процент – файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға, 10,2 процент – күсемһеҙ милек, ҡуртымға алыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә бәйле операцияларға тура килә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Итисади үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, йыл аҙағына республикаға инвестициялар күләме 250 миллиард һумға етәсәк.