Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто илдең 100 иң көслө вузы иҫәбенә инде

Йәмғиәт

Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто илдең 100 иң көслө вузы иҫәбенә инде. Рейтингты «Эксперт РА» агентлығы төҙөгән.

Өфө дәүләт нефть техник университеты исемлектә – 49-сы, Башҡорт дәүләт университеты – 83-сө, Өфө дәүләт авиация техник университеты 88-се урындарҙы биләй.

БашДУ ректоры Әхәт Мостафин һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә эләгеү университет өсөн мөһим күрһәткес булып тора, әммә үҙенең мөмкинлектәре буйынса ул тәүге илле иҫәбендә булырға лайыҡ. Ҡайһы бер күрһәткестәр, атап әйткәндә, уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу, абитуриенттарҙы ҡабул итеү, сит ил университеттары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса университет бик һуң эшләй башлаған, тип иҫәпләй ректор. Әммә әлеге ваҡытта вуз был йүнәлештәрҙе әүҙем үҫтерә.

М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Н.Э.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Мәскәү физика-техник институты һәм Юғары иҡтисад мәктәбе – әлеге рейтингта лидерҙар иҫәбендә.

Юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә баһа биргән саҡта 40 күрһәткес күҙ уңында тотолған. Улар араһында – вузда белем биреү сифаты, ресурстар менән тәьмин ителеш, вуздың ғилми-тикшеренеү әүҙемлеге кимәле, инновацион инфраструктура.

«Эксперт РА» агентлығының алдынғы аналитигы Алексей Ходырев хәбәр итеүенсә, рейтинг төҙөү барышында үткәрелгән онлайн-тауыш биреүҙәрҙә дүрт меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть