9 декабрь, Йома

20 ноябрь 2012 йыл, 11:07

Республика вәкилдәре төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресында ҡатнашасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала, Л.Гумилев исемендәге университетта, 22-23 ноябрҙә төрки донъяһы әҙәби журналдары конгресы үтә. Уны ойоштороусылар булып Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ), Евразия Яҙыусылар союзы һәм «Алтын Кыран» хәйриә фонды сығыш яһай. Әҙәби форумда донъяның 15 иленән 40-тан ашыу мөхәррирҙең ҡатнашыуы көтөлә. Конгресс «Жулдыз» ҡаҙаҡ әҙәби журналына 90 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итте.

Астанала үтәсәк әлеге конгреста әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтереү, төрки телдәргә тәржемәләр эшләү, әҙәби журналдарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелсәк. Шулай уҡ 2012 йыл өсөн «Төрки донъяһының иң яҡшы әҙибе» премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Конгресс сиктәрендә «Төрки телле әҙәби журналдарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре» исемле түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы исеменән сарала «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоева, «Аҡ Торна» халыҡ-ара конкурсы жюрийы ағзаһы, яҙыусы Марсель Сәлимов, БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов сығыш яһаясаҡ.