Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Мәләүез районында 31 йәш ғаилә торлаҡ сертификаттары алды

Сәйәсәт

Мәләүез районы хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә 31 ғаилә торлаҡ сертификаттары алды. Уларҙың дөйөм суммаһы 15 миллион 356 һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

— Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, район бюджеттарынан бүленгән средстволар ярҙамында йәш ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшырта, — тип билдәләне тантаналы сарала Мәләүез районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Малик Вәхитов. – Быйыл бындай ярҙам ауыл ерендә йәшәгән 15 ғаиләгә күрһәтелде. Финанс ярҙамдың дөйөм күләме 11 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып – 2003-2011 йылдарҙа Мәләүез районында йәмғеһе 467 йәш ғаиләгә төрлө кимәлдәге дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Яңы йыл алдынан 320 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһын асыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть