7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2012 йыл, 9:44

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексының үҫеше күҙәтелә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда ағымдағы йылдың тәүге ун айы һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт производствоһы индексының үҫеше күҙәтелә. 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ғинуар-октябрь айҙарында ул 106,8 процент тәшкил итте.

Уртаса Рәсәй буйынса был күрһәткес түбәнерәк – 102,8 процент. Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса әлеге күрһәткес төрлөсә: Пермь крайында ул 99,7 процент булһа, Мари Иле Республикаһында ул 112,3 процентҡа етә.