8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2012 йыл, 17:11

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында Башҡортостанда 18 меңдән ашыу фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 1,6 миллион квадрат метр тәшкил итә. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдағы күрһәткестән был 12  процентҡа күберәк. Төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси төҙөүселәргә тура килә: үҙҙәренең иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөлгән торлаҡ өлөшө 75,7 процент тәшкил итте.

Ауыл ерендә торлаҡ төҙөү темптары күпкә юғарыраҡ: үткән йыл менән сағыштырғанда, ауылдарҙа үҫеш 20,8 процент тәшкил итһә, ҡалаларҙа был күрһәткес биш процентҡа тиң.

Сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында тора. Йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса иһә Башҡортостан 399 «квадрат» күрһәткес менән Татарстан һәм Сыуашстандан ҡала өсөнсө урында килә.