4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2012 йыл, 16:02

Өфөлә тәүгә Ҡыш бабай резиденцияһы асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Дүшәмбе, 19 ноябрҙә, «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә Ҡыш бабай резиденцияһы асыласаҡ. Ул Яңы йылға тиклем эшләйәсәк. Бында балалар Ҡыш бабай менән аралашып, төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша аласаҡ. Бынан тыш, резиденцияла Ҡыш бабайҙың махсус почта йәшниге урынлаштырыласаҡ, унда балалар хат яҙып төшөрә ала. Был проект Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

Үткән йылдарҙағы кеүек үк, хаттарҙы шулай уҡ почта аша ла ебәреп буласаҡ (450047, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға» абонент йәшниге).

Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 сәғәттә башланасаҡ бөгөнгө сара сиктәрендә Ҡыш бабайҙың тыуған көнө лә билдәләнәсәк. Ҡунаҡтарҙы төрлө конкурстар, уйындар, сюрприздар көтә.

Шулай уҡ сарала балалар өсөн «Ҡыш бабайға хат» хәйриә проекты башланыуы хаҡында иғлан ителәсәк.