6 декабрь, Шишәмбе

19 ноябрь 2012 йыл, 15:16

Башҡортостан менән «Honeywell International» корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 19 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан менән Американың «Honeywell International» күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы.

— Беҙҙең хеҙмәттәшлек уңышлы булыр, тип ышанам. Беҙгә яңы предприятиелар, производстволар кәрәк. Республикала һеҙгә эшләүе уңайлы булһын өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине «Honeywell International» корпорацияһы вәкилдәре менән орашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Рәсәйҙә, Үҙәк Азия илдәрендә һәм Яҡын Көнсығышта «Honeywell International» корпорацияһы президенты Гилсдорф Норман, «корпорация хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыуҙы артабан бергәләп эш итеүҙең тәүге этабы итеп ҡабул итә», тип билдәләне. Уның сәбәбе ябай – Башҡортостанда уртаҡ проекттар булдырыу йәһәтенән Өфө һәм республика корпорация хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Гилсдорф Норман һүҙҙәренсә, бөгөн Республика йортонда ҡул ҡуйылған меморандумда хеҙмәттәшлек итеүҙең төп йүнәлештәре билдәләнгән. Бынан тыш, «айырым проекттар буйынса ике яҡ өсөн дә тәҡдимдәр әҙерләйәсәк» махсус эш төркөмө лә булдырылған.

Бындай проекттарҙың береһе Өфөнөң «Гидравлика» асыҡ ационерҙар йәмғиәте менән бәйле һәм ул авиадвигателдәр өсөн ярҙамсы ҡулайламалар етештереү һәм ремонтлауға ҡағыла.

— Уртаҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн әлегә «Гидравлика» менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерәбеҙ. Был проект беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостан, шул иҫәптән «Гидравлика» асыҡ ационерҙар йәмғиәте менән бергә ғәмәлләштереләсәк уртаҡ проекттарҙы билдәләү буйынса эш төркөмө юҡҡа ғына булдырылманы. Тиҙ арала, 6-12 ай эсендә, был һәм башҡа проекттар буйынса эште тамамларбыҙ, тип уйлайым, — тип хәбәр итте журналистарға Гилсдорф Норман.

Хеҙмәттәшлек итеү өсөн республика башлығы менән тәҡдим ителгән йүнәлештәр араһынан нефть химияһы, химия, газ тармаҡтарын, машиналар эшләү өлкәһен, шулай уҡ радиоэлектроника кластерын булдырыуҙы атарға була. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яңы производстволар, шул иҫәптән ҙур корпорациялар, институттар, кадрҙар һәм инфраструктура булдырыу өсөн Башҡортостанда барыһы ла бар. «Инвесторҙар өсөн беҙҙә иң уңайлы шарттар булдырылыуы ла» төбәктә ҙур предприятиелар төҙөү өсөн мөһим фактор булып тора.