6 декабрь, Шишәмбе

19 ноябрь 2012 йыл, 14:28

БашДУ уҡытыусыларының башҡорт телендәге тәүге электрон дәреслеге донъя күрҙе

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары белем алғанда ғәҙәти китаптар менән бер рәттән хәҙер электрон дәреслек менән дә файҙалана ала. Башҡорт телендәге «Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы» исемле дәреслек авторы – алдынғы ғалим-уҡытыусыларҙың береһе, XX быуатҡа тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһы методисы, филология фәндәре докторы, профессор, РФ Һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РФ юғары мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия лауреаты Мираҫ Иҙелбаев.

Электрон дәреслек Башҡорт дәүләт университетындағы уҡытыу-методика идаралығының белем биреүҙең мәғлүмәт һәм дистанцион технологиялары бүлеге ярҙамында әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән.