Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Яңы йыл алдынан Өфө районының бөтә ауылдарында «Шәжәрә байрамы» үтәсәк

Йәмғиәт

Өфө районының барлыҡ ауылдарында ағымдағы йылдың 12 ноябренән алып 23 декабренә тиклем Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған «Шәжәрә байрамы» үтә. Тейешле ҡарарға муниципалитет хакимиәте башлығы ҡул ҡуйҙы. Халыҡ байрамы ике этапта үткәрелә. Сарала ойоштороу комитетына заявка биргән, шәжәрәһен һәм конкурс программаһын тәҡдим иткән һәр кеше ҡатнаша ала.

Район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, беренсе этап сиктәрендә 12 ноябрҙән алып 2 декабргә тиклем урындарҙа ойоштороу комитеттары булдырыласаҡ. Улар конкурстар Положениеларын, шулай уҡ уларҙы бөтә ауылдарҙа үткәреү графигын әҙерләйәсәк. Бынан тыш, түңәрәк өҫтәлдәр, тарихи урындар буйлап экскурсиялар, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары, халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, халыҡ оҫталары изделиелары һәм милли аш-һыу йәрминкәһе ойоштороласаҡ.

Халыҡ байрамының икенсе этабы 2-23 декабрҙә үтә. Унда иң яҡшы шәжәрәләр тәҡдим ителәсәк. Район байрамының конкурс программаларына жюри ағзалары баһа бирәсәк. Уның составына ойоштороу комитеты ағзалары, ғалим-фольклорсылар, тарихсылар, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть