Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Быйыл Күмертауҙа 95 ғаиләгә бушлай ер участкалары бүленгән

Сәйәсәт

2012 йылда Күмертауҙа йәшәгән ғаиләләргә 95 ер участкаһы бүленгән. Уларҙың 73-ө – күп балалы ғаиләләргә, 18-е – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, өс участка – йәш ғаиләләргә, береһе торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған ғаиләгә бирелгән.

Ағымдағы йыл башынан алып ҡала хакимиәтендә бер тапҡыр һәм бушлай ер участкалары алыуға йәмғеһе 207 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 148-е – күп балалы ғаиләләр, 36-һы – инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, 17-һе – йәш ғаиләләр, өсәүһе — торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған ғаиләләр, йәнә өсәүһе бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҙылған. Күмертау халҡына ер участкалары бүлеү процесы дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть