Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортында 11 рейс тотҡарланған

Иҡтисад

«ЮТэйр» авиакомпанияһының «Boeing-737» самолеты менән ғәҙәттән тыш хәл булыу сәбәпле 18 ноябрҙә «Өфө» аэропортында 11 рейс тотҡарланған һәм береһе туҡтатылған. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, урындағы ваҡыт менән 14 сәғәт 30 минутта самолет Өфө аэропортына төшкән ваҡытта осоу-ултырыу полосаһынан ситкә сығып киткән. Бортта 90 кеше булған, береһе лә зыян күрмәгән.

Һауа судноһы боҙолмаған, әммә осоу полосаһында ҡамасаулыҡ тыуҙырған, шуға күрә «Өфө» аэропорты урындағы ваҡыт менән 14.50 сәғәттән алып 22-гә тиклем ябыҡ булған.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм социаль мәсьәләләр буйынса бүлеге начальнигы Таһир Мөхәмәтшин хәбәр итеүенсә, әлеге хәл сәбәптәрен Волга буйы федераль округының махсус комиссияһы асыҡлай.

Таһир Мөхәмәтшин һүҙҙәренсә,  пассажирҙарҙан ялыуҙар булмаған. Халыҡ-ара нормаларға ярашлы, улар барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Көн аҙағына аэропорт штат режимында эшен дауам иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть