9 декабрь, Йома

19 ноябрь 2012 йыл, 10:15

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3560 һум тәшкил итә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме октябрҙә 3560 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 58 процентына тиң.

БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 36 проценты, максималь күләмен 37 проценты ала.

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә бындай пособиеның максималь күләмен (5635 һум) хеҙмәт биржаһында рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәрҙең яртыһы ала. Уларҙың өстән бер өлөшөнә пособиеның минималь күләме (977,5 һум) билдәләнгән.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме Башҡортостан баш ҡалаһында дүрт мең һум тәшкил итә.