Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

2013 йыл башында Өфөлә өс ҡунаҡхана төҙөлә башлаясаҡ

Иҡтисад

Өфөлә йәмғеһе ун ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла, уларҙың өсәүһе 2013 йыл башында төҙөлә башлаясаҡ. Ҡалғандары буйынса аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ, тип хәбәр итте 16 ноябрҙә матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин.

Премьер-министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, республикала ҡунаҡханалар төҙөү – иҡтисади йәһәттән отошло проекттар, сөнки төбәктең эшлекле әүҙемлеге йылдан йыл арта бара.

— Беҙҙә бихисап эшлекле форумдар үткәрелә, күп ҡунаҡтар була, ә киләсәктә улар тағы ла күберәк буласаҡ, — тип билдәләне Евгений Маврин.

Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң ҡунаҡханаларға ихтыяжын дөрөҫ билдәләү зарур. Ҙур комплекстар төҙөп тә, халыҡ-ара саралар үткәрелмәгән ваҡытта уларҙың буш тороуы файҙа килтермәйәск.

Алда телгә алынған өс ҡунаҡхана Дуҫлыҡ монументы, Карауанһарай һәм элекке Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе урынында төҙөлөп ятҡан сауҙа-күргәҙмә комплексы биләмәләрендә төҙөләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть