6 декабрь, Шишәмбе

16 ноябрь 2012 йыл, 17:03

Хәйбулла районында етем балалар торлаҡ менән тәьмин ителә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Аҡъяр ауылында етем балаларға яңы өс ҡатлы йорттан ике фатир бирелде. Торлаҡ федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған. Яңы йортта йәмғеһе 24 фатир бар. Һуңғы тапҡыр күп фатирлы йорт Хәйбулла районында 2001 йылда төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге урамда ошо көндәрҙә өй туйлаясаҡтар. Ике фатирҙан асҡыстарҙы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар аласаҡ. Был йорттар республика бюджеты иҫәбенә урындағы төҙөлөш ойошмаһы менән күтәрелгән.

Муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, йыл аҙағынаса йәнә биш етем балаға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырыласаҡ.