4 декабрь, Йәкшәмбе

16 ноябрь 2012 йыл, 16:33

Төбәктә урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендә ике инвестиция проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

автор: Галина Бахшиева

«Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы» холдингына ҡараған Өфө фанера комбинаты һәм Өфө фанера-плита комбинаты урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендә ике инвестиция проектын уңышлы тормошҡа ашыра. Улар — «Ҙур форматлы фанера заводы» һәм «Башҡортостанда ағас эшкәртеү комплексын булдырыу».

БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проекттар 300-ҙән ашыу яңы эш урынын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Уларҙы тормошҡа ашырыу урманды рациональ файҙаланыу, энергияны һаҡсыл тотоноу, продукция күләмен арттырыу йәһәтенән ҙур файҙа килтерәсәк.

Әлеге ваҡытта Өфө предприятиеларында яңыртыу эштәре алып барыла. Икенсе төрлө, яңы производстволар булдырыла, тиһәк тә була: заманса ҡорамалдар, автотранспорт, махсус техника һатып алына.

Әлегә комбинаттарҙы яңыртыуға планда ҡаралған инвестицияларҙың 90 проценты тотонолған. 2013 йылдың декабрендә производстволар тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә.