3 декабрь, Шәмбе

16 ноябрь 2012 йыл, 15:56

Өфө күсемһеҙ милеккә инвестициялар һалыу буйынса Рәсәйҙең ун иң яҡшы ҡалаһы иҫәбенә инде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәй Инженерҙар союзы фекеренсә, Өфө инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары рейтингыһында лайыҡлы урын биләй. Исемлекте төҙөүселәр әлеге рейтинг менән күсемһеҙ милеккә инвестициялар һалыу өсөн ҡала һайлағанда һәм йәшәү урынын алмаштырғанда файҙаланырға тәҡдим итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Профессиональ берләшмә 100 мең һәм унан ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙы тикшергән. 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, илдә бындай 165 ҡала бар. Союз эксперттары ҡалаларҙы 13 категория буйынса баһалаған, улар араһында – демография, экология, торлаҡҡа хаҡтар, граждандарҙың йәшәү кимәле, транспорт инфраструктураһы. Һөҙөмтәлә тәүге өсәү иҫәбенә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалалары ингән. Силәбе, Омск, Волгоград, Түбәнге Новгород, Һамар ҡалаларын артта ҡалдырып, Өфө тәүге унау иҫәбенә инде.