8 декабрь, Кесе йома

16 ноябрь 2012 йыл, 15:08

Силәбе башҡорттары ҡоролтайы уҡытыусылар етешмәү проблемаһын билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары етешмәү проблемаһы Силәбе башҡорттары ҡоролтайы ултырышында ҡаралды. Кәңәшмә Силәбенең Ш.Бабич исемендәге 15-се китапханаһында үтте. Унда ҡала һәм райондарҙың ҡоролтай рәйестәре, Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарының мәғариф идаралығы етәкселәре – йәмғеһе 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡоролтай активистары башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин ултырышта ҡатнашыусыларға Башҡортостан вәкиллегенең социаль-иҡтисади бурыстары хаҡында һөйләне, эшҡыуарҙар менән үҙ-ара әүҙем эшләргә саҡырҙы.

Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу темаһы иғтибар үҙәгенә булды. Ҡоншаҡ районының мәғариф идаралығы начальнигы Рауил Асатуллин башҡорт теле уҡытыусылары етешмәүҙең төп сәбәптәре араһында мотивация булмауын атаны. Мәҫәлән, йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләне хәл итеүгә тос өлөш индерер ине.