Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө районының йорт алды биләмәләрен ремонтлау 1,5 миллион һумға төшкән

Йәмғиәт

Өфө районында 12 километр автомобиль юлын һәм 3150 квадрат метр йорт алды биләмәһен ремонтлау буйынса эштәр тулыһынса тамамланған, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

2012 йылда дөйөм ҡулланылаштағы автомобиль юлдарын ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау, уларға капиталь ремонт үткәреү буйынса территориаль заказды тормошҡа ашырыу сиктәрендә район бюджетына йәмғеһе 90 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Сағыштырыу өсөн, былтыр был сумма 31,6 миллион һум тәшкил иткән.

1,5 миллион һумдан ашыу аҡса муниципалитетҡа йорт алды биләмәләрен һәм уларға илткән юлдарҙы ремонтлауға бүленгән. Ихаталар Октябрьский, Авдон, Ольховое ауылдарында ремонтланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть