Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышында йәштәр парламентаризмын үҫтереү мөмкинлектәре тикшереләсәк

Сәйәсәт

23 ноябрҙә Өфөлә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы йортонда, республика ҡала һәм райондарының Йәштәр советтары етәкселәре өсөн семинар-кәңәшмә үтә. Башҡортостанда йәштәр парламентаризмын үҫтереү мөмкинлектәре, Йәштәр советтарының республика Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен көсәйтеү, йәштәр хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен закондар нигеҙендә көйләүгә булышлыҡ итеү сараның төп маҡсаттары булып тора. Унда республика парламенты, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, йәштәр йәмәғәт ойошмалары, төбәктең юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Сарала Рәсәйҙә йәштәр парламентаризмын үҫтереү мәсьәләләре, республикала йәштәр парламентаризмының өҫтөнлөклө йүнәлештәре, ауыл йәштәренең проблемалары тикшереләсәк. Пленар ултырыштан һуң өс секция ултырышы эшләйәсәк.

— Кәңәшмәлә 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә, — тип хәбәр итте республика Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Бындай сара Башҡортостанда 2009 йылдан бирле үткәрелмәне. Өс йыл эсендә райондарҙа Йәштәр советтары етәкселәре һәм ағзалары алмашынды, артабан эшләү мөмкинлектәрен тикшереү ихтыяжы тыуҙы. Йәштәр палатаһының аҙаҡҡы ултырышында Республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһы ҡабул ителде. Ошоға бәйле Йәштәр советтарының эшмәкәрлегенә бер аҙ үҙгәрештәр индереү зарур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть