
Башҡортостандың иң яҡшы мәктәп китапханасыһы Стәрлетамаҡта эшләй
Стәрлетамаҡта, А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайында, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп китапханасыһы-2012» республика конкурсы үтте. Унда зона турҙарында еңеп сыҡҡан 250-гә яҡын белгес ҡатнашты.
Стәрлетамаҡтың 2-се гимназияһы китапханаһы мөдире Татьяна Аксенова Гран-при яуланы. Борай районы Борай ауылының 3-сө мәктәбе китапханасыһы Алһыу Әйүпова – беренсе, Федоровка районы Кузьминовка ауылының мәктәп китапханасыһы Валентина Сайкина – икенсе, Шишмә районы 2-се Алкин ауылы мәктәбенән Гөлфиә Заһиҙуллина өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ «Китапхана эшмәкәрлегендә инновациялар», «Гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләү», «Китаптар аша тыуған илгә һөйөүгә», «Китапханасы-педагог» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.
Бәйгелә еңеүселәргә һәм дипломанттарға бүләктәр һәм ҡиммәтле приздар тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ хакимиәтенән.








