5 декабрь, Дүшәмбе

16 ноябрь 2012 йыл, 11:28

Өфө дәүләт авиация техник университеты 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация техник университеты 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы юғары уҡыу йортонда юбилей саралары үтәсәк, тип хәбәр ителәр ӨДАТУ-ның матбуғат үҙәгенән.

16 ноябрҙә беренсе корпустың йыйылыштар залында Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғалимдар советы ултырышы үтә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында байрам кисәһе ойошторола.

Бөгөн ӨДАТУ – ҙур ғилми-белем биреү инновация комплексы. Ул Рәсәйҙең милли ғорурлығы тип танылған егерме юғары уҡыу йорто исемелегенә инде. Уҡыу йортонда һигеҙ факультет бар, шулай уҡ «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә киске факультет эшләй. Башҡортостан ҡалаларында университеттың биш филиалы булдырылған. 30 йүнәлеш һәм 62 белгеслек буйынса 20 меңгә яҡын студент уҡый, 65 кафедрала 200-ҙән ашыу фән докторы, 700 фән кандидаты, шулай уҡ Рәсәй, сит илдәрҙең дәүләт, тармаҡ һәм йәмәғәт академияларының 100-ҙән ашыу ағза-корреспонденты һәм академигы эшләй.