Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде

Иҡтисад

«Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй программаһын булдырыуға 15 йыл тула. Ошо айҡанлы 15 ноябрҙә Өфөлә, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының конференц-залында республика конференцияһы үтте, уның сиктәрендә 2012 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы уҙҙы.

Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге директоры Амран Моратшин конференцияны асып, хеҙмәттәштәрен был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсы 1998 йылдан алып үткәрелә, тип иҫкә төшөрҙө ул. Уны ойоштороусылар булып Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ һәм «Сифат проблемалары академияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

Башҡортостан әлеге Программала даими ҡатнашып, Алтын һәм Көмөш дипломдарға лайыҡ була. Быйыл юбилейлы конкурста 37 төр продукция һәм хеҙмәт – лауреат, 70 төрө дипломант тип танылды. Башҡортостандың ике предприятиеһы Программаның иң юғары наградаһы — «Сифат лидеры» призына лайыҡ булды. Улар — «АК ОЗНА» акционерҙар йәмғиәте һәм «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Лидерҙарға дипломдар тапшырыу тантанаһы 4 декабрҙә Мәскәүҙә үтә.

Шулай уҡ программала әүҙем ҡатнашҡан 8 предприятие етәкселәре «Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн» почет билдәләренә лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть