Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.26 ↓

EUR 72.23 ↑

23 май, Шаршамбы

Уфа   °

27-28 ноябрҙә «Электрон хөкүмәт – төбәк менән идара итеүҙең заманса механизмы» бөтә Рәсәй форумы үтә

Йәмғиәт

27-28 ноябрҙә Төмәндә «Инфотех-2012» күргәҙмәһе сиктәрендә «Электрон хөкүмәт – төбәк менән идара итеүҙең заманса механизмы» бөтә Рәсәй форумы үтә. Сарала ҡатнашыуға федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдарының электрон хөкүмәт булдырыу мәсьәләләрен контролдә тотҡан етәкселәре, консалтинг һәм IT-компаниялар вәкилдәре саҡырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығынан.

Форум төрлө тематик йүнәлештәр буйынса эшләйәсәк.

Федераль һәм төбәк IT-проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге уңышлы проекттарҙы үҫтереү өсөн власть органдарының IT-компаниялар менән килешеп эш итеүенә булышлыҡ итеү форум һәм күргәҙмәнең төп маҡсаттары булып тора, тип билдәләнеләр ойоштороусылар.

Бөтә Рәсәй форумы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт www.infotex72.ru сайтында урынлаштырылған.

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть