5 декабрь, Дүшәмбе

15 ноябрь 2012 йыл, 17:23

Өфөлә юғары сифатлы йорт төҙөлдө

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң «Глумилино» биҫтәһендә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн сираттағы күп ҡатлы йорт төҙөлдө. 138 фатир өй туйлаусыларға уникаль корпоратив ипотека кредитлауы программаһы буйынса һатыласаҡ, уға ярашлы проценттарҙы түләүгә сығымдарҙы предприятие үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Яңы йортта төҙөлөш-монтажлау эштәре 2010 йылда башланып, 2012 йылдың октябрендә тамамланған. Әлеге ваҡытта йорт алды территорияһы төҙөкләндерелгән, үҫентеләр ултыртылған, балалар ҡаласығы булдырылған.

Объектты файҙаланыуға тапшырыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы сарала «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов сығыш яһаны. Яңы йортта балаларҙың шат тауыштары йышыраҡ яңғыраһын, тине ул өй туйлаусыларҙы ҡотлап.

– «Газпром трансгаз Өфө» социаль йүнәлештә эшләгән компания булып тора. Уның хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән йорт – юғары сифатлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҡала буйынса төҙөлөш йәһәтенән бындай кимәлгә әлегә етә алмайбыҙ. Был йорт – баш ҡаланың өлгөлө объекттарының береһе булып тора, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.

Уның һүҙҙәренсә, ҡаланы бюджет ресурстары иҫәбенә генә үҫтереп булмай. Үҙҙәренең  хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө программаларҙы тормошҡа ашырған ҙур сәнәғәт предприятиеларының ярҙамынан тыш, Өфөлә йылына бер миллион квадрат метр күләмдә торлаҡ төҙөү мәсьәләһен хәл итеп булмаясаҡ, тине ҡала мэры. Бындай күләмгә беҙ өс йылдан сығырға тейешбеҙ. Ирек Ялалов һүҙҙәренсә, 2012 йылда Өфөлә 720 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һәм бында ла «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең өлөшө ҙур.