5 декабрь, Дүшәмбе

15 ноябрь 2012 йыл, 15:00

Төбәктең юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары – «Сколково» идара мәктәбе конкурсында еңеүселәр иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, профессор Рафаил Ғәзизов һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының кафедра мөдире, дизайн һәм милли мәҙәниәттәр институты директоры Альбина Бикбулатова «Юғары белем биреүҙең яңы лидерҙары» инновацион белем биреү программаһында ҡатнашыусылар исемлегенә инде. Конкурс РФ Мәғариф һәм фән министрлығы заказы буйынса Мәскәүҙең «Сколково» идара мәктәбе менән ойошторолдо.

Программала ҡатнашыуға 170 юғары һөнәри белем биреү учреждениеһынан 300-ҙән ашыу вәкил дәғүә итте.

«Юғары белем биреүҙең яңы лидерҙары» программаһының беренсе модуле 26-30 ноябрҙә үтә. Ул юғары һөнәри белем биреүҙе үҫтереү тенденцияларына арналасаҡ. Модуль барышында спикерҙар булып Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов, Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы эксперттары, ҙур бизнес вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында системалы үҙгәрештәр индерергә һәләтле, университеттар менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттыра алған юғары мәктәп менеджерҙары корпусын әҙерләү әлеге программаның төп маҡсаты булып тора.