Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы киләсәккә үҙ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне

Сәйәсәт

Мәләүез ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы ошо көндәрҙә Мәләүездә үтте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Ҡоролтайҙың ағымдағы йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юнир Аҙнағолов сығыш яһаны. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлауҙа, башҡорт телен үҫтереүҙә әлеге йәмәғәт ойошмаһының ролен билдәләне. Ҡала һәм район мәктәптәрендә туған телдәрҙе, шул иҫәптә башҡорт телен уҡытыу тураһында хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Һөйәрғолова һөйләне.

Йыйылышта ҡатнашыусылар Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Улар иҫәбендә — матди һәм рухи тормоштоң бөтә өлкәләрендә башҡорттарҙың әүҙем ҡатнашыуы, Ҡоролтайҙың яңы уставын өйрәнеүҙе ойоштороу, йәмәғәт ойошмаһы эшендә башҡорт йәштәренең ҡатнашыуы.

Ойошма активистары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеттарының почет грамоталары менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть