5 декабрь, Дүшәмбе

15 ноябрь 2012 йыл, 12:44

БР буйынса Эске эштәр министрлығында төбәктең баш раввины граждандарҙы ҡабул итәсәк

автор: Ольга Мортазина

16 ноябрҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығында Башҡортостан һәм Өфөнөң баш раввины Дан Кричевский, республика буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт майоры Максим Родионов граждандарҙы ҡабул итә.

Осрашыу министрлыҡтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә 15-17 сәғәттәрҙә үтә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: (347) 279-40-93.

«Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә граждандар менән осрашыуҙар үткәреү йәмәғәтселек менән хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү формаларының береһе булып тора. Йәмәғәт советы ағзалары Башҡортостан полицияһы етәкселеге менән берлектә граждандарҙы ҡабул итә, йәмәғәтселек менән килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә», — тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.