3 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2012 йыл, 11:30

Башҡортостан баш ҡалаһында «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Йома, 16 ноябрҙә, Өфөлә XVI «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтә. Сара БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының конференц-залында ойошторола.

Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә, бәйгелә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 17 предприятие һәм ойошма етәксеһе ҡатнашасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсы Рәсәйҙә 1996 йылдан алып үткәрелә. Илдең иң уңышлы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙ етәкселәрен асыҡлау һәм дәртләндереү, төбәктең социаль-иҡтисади программаларын тормошҡа ашырыуға уларҙың индергән өлөшөн һәм ролен йәмәғәтселеккә танытыу, хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡеүәтләү сараның төп маҡсаттары булып тора.

Төбәк этабында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын 30 ноябрҙә Стәрлетамаҡта II «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» республика форум-күргәҙмәһе сиктәрендә үткәреү планлаштырыла.