5 декабрь, Дүшәмбе

15 ноябрь 2012 йыл, 10:55

Өфөлә XII «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» төбәк конференцияһы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

28 ноябрҙә Өфөлә XII «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» төбәк конференцияһы үтә. Сара билдәле телсе-диалектолог, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 80 йыл тулыуға, төрки телдәр диалектологияһы буйынса IX төбәк конференцияһын үткәреүгә 30 йыл тулыуға һәм «Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге (Көнбайыш диалект)» баҫмаһының өсөнсө томын сығарыуға 25 йыл тулыуға арнала. Форумды ойоштороусылар булып Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәғариф министрлығы, БР Дәүләт телдәре буйынса советы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы сығыш яһай.

Конференцияла ҡатнашыусылар төрки, славян, фин-уғыр, кавказ, монгол диалектологияһының көнүҙәк проблемаларын, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләләрен һәм уны өйрәнеү мөмкинлектәрен, диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Ғилми форум Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк.