10 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2012 йыл, 10:14

Төбәктә физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы буйынса конкурс үткәрелә

автор: Марина Шумилова

БР Үҙәк һайлау комиссияһы Һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы менән берлектә физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы буйынса конкурс үткәрә. Унда 14 йәштән олораҡ һуҡыр йәки насар күргән кешеләр ҡатнаша ала.

Бәйге ике турҙа үткәрелә. Тәүгеһе виртуаль режимда ойошторола: интернет-викторина һорауҙары Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы сайтының (www.brsbs.ru) «Конкурстар» бүлегендә һәм БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтының (www.cikrb.ru) «Һуҡыр һәм насар күргән граждандар араһында конкурс» бүлегендә урынлаштырылған.

2012 йылдың 1 декабренә тиклем интернет-викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биргәндәр икенсе турҙа ҡатнашасаҡ. Мәктәп уҡыусылары өсөн икенсе тур Өфөнөң 28-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында үткәреләсәк, ололар иһә Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында көс һынашасаҡ.