2 декабрь, Йома

14 ноябрь 2012 йыл, 17:37

Башҡортостан Стәрлетамаҡта үтәсәк эшҡыуарлыҡ буйынса республика форумына әҙерләнә

автор: Любовь Колоколова

30 ноябрҙә Стәрлетамаҡта II «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» республика форум-күргәҙмәһе үтә.

Форумға әҙерлек саралары хаҡында ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, былтыр форум ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә үткән, әлеге ваҡытта секциялар буйынса эш алып барыуға әҙерлек сараларына төп иғтибар бүленә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форумды асыу тантанаһынан һуң Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тематик майҙансыҡтар эшләй башлаясаҡ. Сара сиктәрендә бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендәге төрлө мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үтәсәк. Түңәрәк өҫтәл модераторҙары булып алдынғы эксперттар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре сығыш яһаясаҡ.

«Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» республика форумы аҙағында «Йыл эшҡыуары-2012» республика конкурсында еңеүселәргә наградалар тапшырыу тантанаһы үтәсәк.